Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы

14.12.2021

7 декабрь көнө Башҡорт теле аҙналығын асыу көнө булды.Абдрахманова Минзида Факил ҡыҙы 3 класс уҡыусылары менән "Башҡорт теле- иманлы тел" тигән класс сәғәте үткәрҙе. Уҡыусылар башҡорт теле тураһында шиғырҙар тыңланы, командалар менән төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар. Үҙҙәре лә тасуири итеп шиғырҙар уҡынылар. Уларға был класс сәғәте бик оҡшаны.

8 декабрь көнө Ҡолоева Разида Баир ҡыҙы 4 класс уҡыусыларын күренекле шәхесебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Уҡыусылар уның биографияһы менән танышты, уҡытыусылары шиғырҙарын да

тасуири итеп уҡыны. Уҡыусылар ҙа бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе. Аҙаҡтан фекер алыштылар. Уларға был дәрес оҡшаны. Ихлас ҡатнашып ултырҙылар.

9 декабрь көнө Хөсәйенова Сания Мәрүән ҡыҙы 2 класс уҡыусылары өсөн "Башҡорт халыҡ уйындары" тигән ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар дәресте башҡорт халыҡ кейемдәре кейеп уҡыны. Дәрестә төрлө ребустар, йомаҡтар систеләр, уйындар уйнанылар. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары артҡаны уларҙың күҙҙәрендә сағылды.

 10 декабрь көнө Кинйәбулатова Эльза Фәнис ҡыҙы китапханала уҡыусылар өсөн "Башҡорт теленең киләсәге" тигән түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Унда уҡыусылар тел тураһында шиғырҙар уҡыны, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Башҡорт теленең киләсәге тураһында әңгәмәләштеләр. "Башҡорт теленең киләсәге беҙҙең ҡулда" тип таралыштылар.

13 декабрь көнө 5-6 кластар өсөн Кинйәбулатова Эльза Фәнис ҡыҙы "Баязит Бикбай тормошо һәм ижады" тигән дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар дәрестә әҙиптең тормош юлы ижады китаптары менән таныштылар. Шиғырҙарын тасуири уҡынылар. Уларға "Туған тел"шиғыры айырыуса оҡшаны. Уҡыусылар:"Тел- тере шишмә, үлмәгән, бөгөнгә еткән", тип ҡабатлап ҡуйҙылар. Башҡорт телен өйрәнергә, һаҡларға кәрәк тигән һығымтаға килделәр.Хочу такой сайт

14 декабрь көнө Кинйәбулатова Эльза Фәнис ҡыҙы, китапханасы Юлтимерова Гөлдәр Сәмиғулла ҡыҙы менән берлектә "Башҡорт теле көнөнә" арналған 5-6 кластар өсөн "Тел бәйгеһе" үткәрҙеләр. Уҡыусылар йомаҡтар, ребустар систе, төрлө тиҙәйткестәр әйттеләр, мәҡәл-әйтемдәрҙе рус теленә тәржемә иттеләр, рифмалап шиғыр әйтеп ҡаранылар,шаян һорауҙарға яуап бирҙеләр, телдән хикәйә һөйләп ҡаранылар. Бәйге уларға оҡшаны.

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 20.12.2021

Дата обновления: 20.12.2021

Дата публикации: 14.12.2021

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».