28.12.2020
Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз
бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең
көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың
мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың- үҙ туған рухы
бар. Теле барҙың- иле бар, иле барҙың- даны
бар, тигән сәсәндәр.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе
М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма
комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Беҙҙең Нәбиулла Кәримов исемендәге мәктәптә лә башҡорт
теленә арналған саралар “Мәңге йәшә, башҡорт
теле!” тигән девиз аҫтында «Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле» исемле шиғырҙар конкурсы менән башланып китте. Был конкурста 6-7 класс уҡыусылары
әүҙем ҡатнашты.Бикбулатова Илзидә, Исмәғилева Лиана, Садыкова Азалия һәм Юлия
,Бикбулатова Миләш, Мөҡсинова Гөлнур үҙҙәренең матур видео яҙмалары менән
айырылып торҙолар.Иң тасуири шиғыр һөйләүсе тип Бикбулатова Миләш танылды. 5-9
класс уҡыусылары өсөн “Тел бәйгеһе” уйын-ярышы үтте.Был ярыштарҙа Камил Сәлихов
(5 класс), Рәсүл Хәкимов (7 класс), Миләш Бикбулатова (7класс), Наҙгөл Кинйәбулатова
(9класс) алдынғылыҡты бирмәне.10-11 класс уҡыусылары “Шәйехзада Бабич- башҡорт
поэзиһының һүнмәҫ йондоҙо” исемле дәрес-конференцияны ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп
уҙғарҙылар, Б.Йосоповтың “Бабич» фильмын ҡаранылар.Башҡорт теленә арналған
саралар 5-6 класс уҡыусылары менән һүрәт төшөрөү менән дауам итте.Иң матур,иң
сағыу,иң үҙенсәлекле һүрәтте 7 класс уҡыусыһы Бикбулатова Илзидә тәҡдим
итте.Шулай уҡ Кинйәбулатова Илзидәнең,Салихов Камилдың, Түләбаев Илнарҙың,Ҡолоев
Фәнзилдең,Исмәғилева Лиананың һүрәттәре маҡтауға лайыҡ булды. 5-11 кластар өсөн
Башҡорт теле көнөнә арналған Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса
Берҙәм дәрес үтте. Унда уҡыусылар күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә
арнап яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр, тел тураһында йырҙар яңғыраны. Сараға шағирҙың
музейына виртуаль экскурсия йәм өҫтәне. Шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм
ижад юлы менән таныштылар.Шулай уҡ беҙҙең Нәбиулла Кәримов исемендәге мәктәп «Аҡмулла буйынса онлайн диктант» акцияһында
ла уңышлы ҡатнашты.Башҡорт теленә арналған сараларҙы “Әсәм теле миңә-сәсән
теле» исемле иншалар конкурсы тамамланы.Конкурста уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаштылар.Иң
матур йөкмәткеле тип Садыкова Азалияның,Бикбулатова Милэштең, Исмәғилев
Ильдандың иншалары табылды.Шулай уҡ Садыкова Юлия,Мөҡсинова Гөлнурҙың эштәре лә
ҙур маҡтауға лайыҡ булыуын билдәләп үтер кәрәк.Бөтә был сараларҙы мәктәптең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кинйәбулатова Гөлназ Зиннур ҡыҙы ойошторҙо.
Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты
- башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ
ине.
Нәбиулла
Кәримов исемендәге мәктәптең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кинйәбулатова Гөлназ Зиннур ҡыҙы
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 19.01.2021
Дата обновления: 19.01.2021
Дата публикации: 28.12.2020