День матери

23.11.2019

Бөгөн беҙҙең Нәбиулла Кәримов исемендәге Күгәрсен ауыл мәктәбендә "Әсәйҙәр байрамына" бағышлап уҡыусылар концерт ҡуйҙы!!!Әсәйҙәр,балаларының сығышын ҡарарға ваҡыттары булғандар,мәктәпкә йыйылдыҡ.Концертты мәктәп директоры Фәнил Яхъя улы Юлдашбаев әсәйҙәрҙе ҡотлау һүҙе менән башлап, ғәзиз әсәйҙәргә изге теләктәрен еткерҙе.Артабан һүҙ башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғүмәрова Гөләрә Бүләк ҡыҙына һәм уның уҡыусыларына бирелде.Гөләрә Бүләк ҡыҙының әсәйҙәргә,ғөмүмән ғаиләлә әсәйҙәр иң мөһим роль уйнай тигән төшөнсәне һәр бер әсәнең күңел һандығына бик еткелекле һәм фәһемле генә итеп май итеп яғып һалды. Беҙ улдар үҫтергән әсәйҙәргә нығыраҡ баҫым яһап, ҡолағыбыҙға ла киртеп ҡуйҙы тиһәк тә була...2 класс уҡыусылары Әсәйҙәренә матур шиғырҙарын һөйләп, йырҙарын йырлап ҡыуандырҙылар!!! Сания Мәрүән ҡыҙы Хөсәйенова менән 9 класс уҡыусыһы Илүсә Бикбулатова тәлгәшләп - тәлгәшләп әсәй һүҙенең бөйөклөгөн, уҡыусыларҙың сығыштары менән алып барҙылар. Һәр сығыш яһаған уҡыусы үҙенең әсәһенә күңеленә үтеп инеп, изге теләген тапшыра алғандыр тигән өмөттәмен.Сөнки һәр бер уҡыусы күңел түренән урғылып сыҡҡан ижадын әсәйенә тәҡдим итте!!!Рәхмәт һеҙгә уҡытыусылар беҙҙең балаларға белем биргән өсөн!!!Байрамыбыҙҙы ҙурлағанығыҙ өсөн!!!Рәхмәт уҡыуысылар шундай матур концерт тәҡдим иткәнегеҙгә!!!Эшегеҙ ҙә, уҡыуығыҙ ҙа уңыштар!!!Иң мөһиме һаулыҡ теләйем бөтәгеҙгә лә ( һаулыҡ булһа,бөтәһе лә була)!!! Ата-әсәйҙәр комитетының 3 класс исеменән Азнабаева Василя. БАЙРАМ МЕНӘН ӘСӘЙҘӘР!!!

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 27.12.2019Хочу такой сайт

Дата обновления: 05.01.2020

Дата публикации: 23.11.2019

Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.
план наставничества 2024-25 уч год.docx (скачать)
Дорожная-карта-Наставничество-2024-2025 уч г..docx (скачать)
положение Наставничество 15.01.2023 г.docx (скачать)
приказ о назн наставника.docx (скачать)

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».